

Ваҡиға урынына Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғында 1980 йылғы ир һәләк булған. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Әле фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
Был турала БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Фото: goskomitetrb