Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Июль 2022, 16:00

Муттар халыҡты алдауҙы дауам итә

Өфөлә йәшәгән 55 йәшлек ҡатын ялған "банк хеҙмәткәренең" алдағына ышанып, бөтә булған аҡсаһын, 290 мең һумды, муттарҙан һаҡлап ҡалыр өсөн "хәүефһеҙ, бик ышаныслы" иҫәпкә күсергән. Аҡсаһынан яҙғас ҡына алданыуын аңлаған.

Муттар халыҡты алдауҙы дауам итәМуттар халыҡты алдауҙы дауам итә
Муттар халыҡты алдауҙы дауам итә

Октябрьский ҡалаһынан 38 йәшлек ҡатын фатирҙың бер бүлмәһен ҡуртымға биреүе тураһында иғланды интернетта баҫтырған. Күп тә үтмәгән "Екатерина" исемле ҡатын шылтыратып, үҙенә бүлмә эҙләүе хаҡында хәбәр иткән. Үҙенең бөтмәҫ хәбәре менән торлаҡ хужаһының башын әйләндереп-әйләндереп, унан үҙенә 42 мең һумды күсерттергән... Трубканы һалғас ҡына ҡатын аңына килгән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас