

Авария урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре, Граждандарҙы яҡлау идаралығының Эҙләү-ҡотҡарыу отряды ҡотҡарыусылары ебәрелгән. Дөйөм көс менән ҡотҡарыусылар ике пассажирҙы, 1980 һәм 2000 йылғы ҡыҙҙарҙы, машинанан сығарып, "Тиҙ ярҙам" хеҙмәткәрҙәренә тапшырған. Тағы бер пассажир, 2000 йылғы егет автомобилдән үҙ аллы сыға алған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, "Сузуки" водителе һәләк булған... Ҡотҡарыусылар уны саҡҡа сығара алған.
Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.
Хөрмәтле водителдәр, тиҙлек режимын үтәгеҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ, маневрҙың хәүефһеҙ булыуына тулыһынса ышанған хәлдә генә башҡа машинаны уҙығыҙ, хәүефһеҙлек ҡайышын эләктереп йөрөгөҙ. Иҫерек килеш рулгә ултырмағыҙ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ.
Ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу телефоны - 112.
Фото: БР ЮХХДИ.