

Был юлы бик һирәк ҡунаҡты 28 июндә Дәүләкән районында орнитологтар Эльза Ғаббасова менән Константин Данилов күҙәткән, тип хәбәр итәләр республика Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән. Был ҙур һәм гүзәл ҡошто осратыу, фотоға төшөрөү - ҙур уңыш, ти ғалимдар.
Ошоға тиклем орнитологтар Берҡаҙан-ҡамыш һаҙлығында беҙҙең төбәктә бик һирәк оялаған ерән селән парын да осратҡан (селән - цапля).
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.