Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Июль 2022, 14:25

Аҙашҡан, етмәһә эттән таланған...

Кисә Дүртөйлө районының Көшөл ауылы янында өс кеше Ағиҙел йылғаһы буйында ял иткән. Ҡайһылыр мәлдә уларҙың икәүһе, ир менән ҡатын, кәмәлә йөҙөп киткән, ә 1988 йылғы ир ярҙа йоҡлап ятып ҡалған.

Аҙашҡан, етмәһә эттән таланған...Аҙашҡан, етмәһә эттән таланған...
Аҙашҡан, етмәһә эттән таланған...

Ир уянғас, үҙ аллы өйөнә ҡайтып китергә булған да бит, тик аҙашҡан шул. Бәлә яңғыҙ йөрөмәй: ирҙе дуҫтары ташлауы ғына етмәгән, юлда ул эттән дә таланған. Ауыр хәлдә ҡалған ир 112 номерына шылтыратып, үҙенең яҡынса ҡайҙа булыуын хәбәр итә. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары уны эҙләп тапҡан, Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһына алып барған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас