Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Июль 2022, 09:14

Урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн яуаплылыҡ көсәйтелде

Урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ штрафтың минималь күләме 10 тапҡырға - 15 мең һумға тиклем артты. Иң юғары хаҡ - 30 мең һум (РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 8.32-се статьяһының 1-се өлөшө).

Урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн яуаплылыҡ көсәйтелдеУрмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн яуаплылыҡ көсәйтелде
Урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн яуаплылыҡ көсәйтелде
2022 йылдың 1 майынан Башҡортостан биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индерелде - янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтар юғарыраҡ (РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 8.32-се статьяһының 3-сө өлөшө)

- физик шәхестәр өсөн - 40-50 мең һум;
- вазифалы кешеләр өсөн - 60-90 мең һум;
- юридик берәмектәр өсөн - 600-ҙән 1 миллион һумға тиклем.

Урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн (РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 8.32-се статьяһының 4-се өлөшө)

- физик шәхестәр өсөн - 50-60 мең һум;
- вазифалы кешеләр өсөн - 100-110 мең һум;
- юридик берәмектәр өсөн - 1-2 миллион һум.

Шәхси эшҡыуарҙар, РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 8.32-се статьяһына ярашлы, юридик шәхестәргә тиңләштерелде.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Әгәр һеҙ янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙһағыҙ һәм һеҙҙең ғәйебегеҙ буйынса урманда янғын сыҡһа, һеҙҙең эшегеҙҙе кешеләрҙең ғүмеренә һәм һаулығына ауыр зыян килтереү, тәбиғи һәм (йәки) техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуыу хәүефе тип баһаларға мөмкин.

Иғтибарлы булығыҙ, урманды янғындан һаҡлағыҙ!

Әгәр һеҙ урман янғынын йәки уның эргә-тирәһендә янғын сығыуын күрһәгеҙ, Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә: 8 (347) 218-14-14 йәки Урман һағының берҙәм бушлай номерына: 8 (800) 100-94-00 шылтыратығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
 
Фото: anlatabiz102
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас