

Һабантуй "Коломенское" музей-ҡурсаулығында ойошторолған.
Башҡортостан делегацияһын Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова етәкләй. Республика делегацияһы составында - РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, республиканың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Илдар Бикбаев, Ишембай һәм Ҡырмыҫҡалы райондары хакимиәттәре башлыҡтары, Башҡортостандың сәнғәт оҫталары, шулай уҡ башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары бар.
Элек һабантуй яҙ көнө билдәләнеп, сәсеү эштәренең тамамланыуына арналһа, бөгөн ул милләт-ара аралашыу, берҙәмлек, дуҫлыҡ һәм үҙ-ара аңлашыу байрамы. Быны Мәскәүҙә үткән башҡорт һабантуйы тулыһынса раҫлай.
Башҡорт халҡының рухи байлығын, хеҙмәт һөйөүсәнлеген һәм эшһөйәрлеген сағылдырған һабантуй - Мәскәүҙә үткәрелгән иң сағыу һәм халыҡ яратҡан милли байрамдарҙың береһе.
Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе башҡорттары өсөн һабантуй - баш ҡалала яҡташтар менән осрашыу ғына түгел, ә күптән көтөлгән ваҡиға. Ҡабатланмаҫ башҡорт мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре сағылыш алған һабантуй программаһында башҡорт артистарының сығыштары, милли уйындар, конкурстар, бүләктәр уйнатыу, йәштәр дискотекаһы ҡаралған. Бында Башҡортостан Республикаһының рәсми брендтары һәм оҫталыҡ дәрестәре - кейеҙ баҫыу, кейеҙ баҫыу станогында балаҫ һуғыу эштәре күрһәтелгән. Майҙансыҡ биләмәһендә шулай уҡ Башҡортостан оҫталарының кәсептәре изделиелары, күргәҙмә ойошторолған. Шулай уҡ этно-ауылда интерактив майҙансыҡтар эшләй: солоҡсолоҡ, тимерселек эше, башҡорт биҙәүестәрен яһау - быларҙың барыһын да һабантуйҙа ҡунаҡтар һынап ҡарай ала. Этник тирмәләр территорияһы арт-объекттар: айыу, һыуһар, ҡырмыҫҡа, тирмән, ат һындары менән биҙәлгән. Байрамда барыһы ла төрлө милли уйындарҙа ҡатнаша.
Байрам майҙанында ике сәхнә урынлаштырылған, унда башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары һәм сәнғәт оҫталары сығыш яһай. Бөгөн Мәскәү һабантуйы ҡунаҡтары өсөн иң сағыу йырҙар һәм бейеүҙәр башҡарылған.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.