

Бөгөн һәм иртәгә һауа температураһы төндә - 6-12, көндөҙ 20-25 градус йылы. Урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә.
Киләһе аҙнаның башында Башҡортостанда атмосфера фронты әүҙемләшә - һауа торошо бер аҙ боҙола. Күпселек райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе көтөлә. Һауа температураһы - 17-22 градус йылы.
Яҡынса фараз буйынса, йәйге йылыны республикала киләһе аҙнаның уртаһынан ғына көтөргә кәрәк.
Фото: Т. Аманов