Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Июль 2022, 09:43

Сикләү-тыйыуҙар бөтөрөлә

"Роспотребнадзор" яңы коронавирус пандемияһы сәбәпле индерелгән барлыҡ сикләүҙе бөтөрә.

Сикләү-тыйыуҙар бөтөрөләСикләү-тыйыуҙар бөтөрөлә
Сикләү-тыйыуҙар бөтөрөлә

Ай-һай, иртәрәк түгелме икән? Йәнәһе, сир буйтым сигенде. Ә йоҡтороусылар бар бит әле.

Ведомствонан белдереүҙәренсә, һуңғы дүрт айҙа вирус таралыуы тотороҡло кәмегән. Барыһы ла контролдә тотола. COVID-19 ҡабаттан көсәйгән осраҡта, сикләүҙәр йәнә индерелеүе ихтимал.

Шулай итеп, битлек кейеү, кафе-ресторандарҙың төндә эшләмәүе, социаль дистанция хәҙер тарихта ҡалырмы икән?

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас