

КамАЗ шассиһы нигеҙендә эшләнгән ҡарышлауыҡлы машина нефть промыслалары өсөн бик кәрәкле техника. Ул юлһыҙ урындарҙан үтә ала, ергә түгелгән нефть һәм нефть шламын тиҙ арала йыйып алыуға, бункерларға һәм тейешле урынға алып барырға йыһаздары бар. Өҫтәүенә бар деталдәре һәм запас өлөштәре Рәсәйҙә эшләнгән - импорт кәрәкмәй.
Күргәҙмәне ойоштороусылар форумсыларҙың иғтибарын Рәсәйҙең һәм сит илдең техника етештереүселәренә йәлеп итте, потенциаль һатып алыусыларҙы эҙләне. Ҡыҙыҡһыныусылар урында уҡ һатып алыу килешеүҙәре лә төҙөнө.