

Ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре ебәрелә. Янғын һүндереүселәр 10 метрға 8 метр ҙурлығындағы шәхси йорттоң һәм хужалыҡ ҡаралтыларының яныуын асыҡлаған. Диспетчер хәбәр алғандан һуң ике сәғәт үткәс, янғын тулыһынса һүндерелгән. Уның дөйөм майҙаны 150 квадрат метр тәшкил иткән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, утты һүндереүгә 42 кеше һәм 16 берәмек техника йәлеп ителгән. Янғын һөҙөмтәһендә бер кем дә зыян күрмәгән. Әлеге ваҡытта фажиғәнең сәбәбе асыҡлана.
Фото: Т. Аманов