

Документты ҡарауға республика Хөкүмәте индергәйне. БР ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская һүҙҙәренсә, сикте билдәләгәндә Башҡортостан территорияһы кәмемәгән, хатта биш километрға артҡан.
Закон ҡабул ителгәндән һуң, тейешле мәғлүмәттәр Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына (ЕГРН) индереләсәк.
Башҡортостан Рәсәйҙең биш күрше субъекты: Пермь крайы, Свердловск, Силәбе өлкәләре, Татарстан һәм Удмурт республикалары менән сиктәрҙе раҫлаған. Әле Росреестр Ырымбур өлкәһе менән тейешле килешеүҙе ҡарай.