

Республика дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, авария бөгөн көндөҙ Октябрь проспектында теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 60 йәшлек ир «ГАЗ» махсус йыуыу машинаһы менән идара итеп, артҡа сигенгәндә йәйәүлене бәрҙергән. 84 йәшлек өлкән йәштәге ир алған йәрәхәттәрҙән урында йән биргән. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү башланған. Машина водителе пенсионерҙы көҙгөнән күрмәүен әйткән.
«Бер кемде лә күрмәнем. Ул ҡайҙан барлыҡҡа килгәндер. Һуңынан ирҙең йығылғанын ишеттем һәм туҡтаным.», - ти ул.
Фото: Т. Аманов