

Бөгөн Өфөлә юл фажиғәһендә һигеҙ кеше зыян күргән. Авария Киров районында иртәнге сәғәт 8-ҙә Пушкин һәм Карл Маркс урамдары киҫелешендә теркәлгән. "Ford Transit", "Subaru Forester" һәм "Audi A4" бәрелешкән. Һуғылғандан һуң автобус өс йәйәүлене бәрҙергән. Авария һөҙөмтәһендә "Audi" водителе һәм уның өс пассажиры, өс йәйәүле (улар араһында 11 йәшлек ҡыҙ ҙа бар) дауаханаға оҙатылған. Шулай уҡ автобус водителенә лә медицина ярҙамы күрһәтелгән. Автобуста пассажирҙар булмаған.
Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.
Фото: БР ЮХХДИ.