Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Июнь 2022, 04:15

Янғындан һаҡлаусы юлдар һалына

Башҡортостанда урман янғындарын булдырмау, таратмау маҡсатында юл һалына, төҙөкләндереү эше лә дауам итә.

Янғындан һаҡлаусы юлдар һалынаЯнғындан һаҡлаусы юлдар һалына
Янғындан һаҡлаусы юлдар һалына

Бындай юлдар урман араһынан һыу ятҡылыҡтарына ла һуҙыла. “Экология” милли проектының ”Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы алынған техника файҙаланыла. Бөгөнгә 117 км юл һалынған һәм төҙөкләндерелгән. Урман араһындағы һөрөлгән ер янғынды таратмау йәһәтенән дә уңайлы.

Зинһар, урманды һаҡлайыҡ, ут сығыуға сәбәпсе булмайыҡ, тип иҫкәртә урмансылар.

Янғын була ҡалһа, телефондар: 8 (347) 218-14-14 (БР Урман хужалығы министрлығы) һәм 8 (800) 100-94-00 (Урман һағы хеҙмәтенең берҙәм телефоны).

Фото: БР Урман хужалығы сайтынан.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас