

Совет районынан 17 йәшлек ҡыйыу егет – 115-се гимназияның 9-сы класс уҡыусыһы Матвей Вежнинды Рәхмәт хаты менән бүләкләнеләр. Был хаҡта ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ – 23 июндә Эске эштәр министрлығы Өфөлә йәшәгән 50 йәшлек ир менән булған хәл тураһында хәбәр итте. Уға таныш булмаған кеше килеп, ҡолаҡсынын тартып алған һәм музыканы бергәләп тыңларға тәҡдим иткән. Шунан һуң енәйәтсе оло йәштәге инвалидтың телефонын ҡулынан тартып алып ҡасҡан. Әммә ошо ваҡытта улар янынан үтеп барған уҡыусы уға ҡамасаулаған.Үҫмер енәйәтсене эҙәрләгән, һөҙөмтәлә талаусы ҡасып китә алмаған. Ирҙе полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға алған. Енәйәтсе – Өфө районынан 32 йәшлек ир.
– 115-се гимназияның 9 “б” класы уҡыусыһы Матвей Вежнинға инвалидты талаған енәйәтсене ҡулға алырға ярҙам иткәне өсөн ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Матвейға артабан да ҡыйыу һәм ғәҙел булыуын теләйбеҙ! – тип рәхмәт белдергәндәр мэрияла.
Фото: Т. Аманов