Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Июнь 2022, 06:26

Депутаттар мәктәп лагерҙарында балалар туҡланыуын тикшерә

Республиканың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары каникул мәлендә ойошторолған лагерҙарҙа туҡланыу сифатын мониторингылай.

Депутаттар мәктәп лагерҙарында балалар туҡланыуын тикшерәДепутаттар мәктәп лагерҙарында балалар туҡланыуын тикшерә
Депутаттар мәктәп лагерҙарында балалар туҡланыуын тикшерә

БР Хөкүмәте ҡарары менән көндөҙгө лагерҙа бер балаға ашау хаҡы көнөнә 125 һум 60 тин тип билдәләнгән. Депутаттар туҡланыу буйынса тикшереүҙәрҙе даими үткәрергә килешкән.

Парламенттың Сәнәғәт, инновация үҫеше, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Рузалия Хисмәтуллина үҙе һайланған округта (Федоровка районы) эшләгән мәктәп лагерҙарында булып, туҡланыуҙы ойоштороу сифатын тикшерҙе, Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты ағзаһы Светлана Туразянова Өфө районындағы өс мәктәпте ҡараған, тип хәбәр итәләр Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән. Башҡа депутаттар ҙа лагерҙарҙа булған.

Фото: БР ДЙ - Ҡ сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас