

Күҙаллауҙар буйынса, үҙәк Башҡортостан Фәндәр академияһы структураһында булдырыласаҡ. Ошондай үҙәк эшләүе алтаҡталарҙы тәржемә итеү менән бәйле килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирәсәк, матбуғат биттәрендә, телеканалдарҙа һәм башҡа әҙәби баҫмаларҙа терминдарҙы ҡулланыуҙы даими анализлауҙы көсәйтәсәк, тип иҫәпләй проект авторҙары. Шулай уҡ ул терминологик һүҙлектәр төҙөүселәргә, алтаҡтаны биҙәүселәргә, штамптар, бланкылар, мисәт эшләүселәргә методик ярҙам күрһәтеүҙе ябайлаштырасаҡ. Был башланғысты республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов хупланы. Ул был мәсьәләне өйрәнергә вәғәҙә итте.
Азат Бадранов билдәләүенсә, Терминология хеҙмәтенең эше мөһим. Сөнки, үкенескә күрә, алтаҡталарҙа һаман да тупаҫ хаталар осрай. Был йәһәттән хеҙмәт ағзаларына эшмәкәрлекте әүҙемләштереү шарт.
Әйткәндәй, махсус таныҡлыҡтар ҙа әҙерләнгән. Был Терминология хеҙмәте ағзаларына эшен кәртәһеҙ башҡарыу мөмкинлеге бирәсәк.
– Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһендәге емешле хеҙмәт республиканың рухи-мәҙәни сәскә атыуына булышлыҡ итәсәк, - тине беренсе вице-премьер.