

Өфөнән 18 йәшлек Наталья Овсянникованың туғандары һәм яҡындары саң ҡаға: ҡыҙ уҙған йәкшәмбелә, 26 июндә, өйөнән сығып киткән һәм әлегәсә ҡайтмаған. Туғандары ҡыҙҙың ул төндә әхирәте менән йөрөп килергә сығыуын әйтә, ләкин улар осрашмай. Әлеге ваҡытта Натальяның яҡындары уны Черниковкала Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең мәҙәниәт һарайы районында үҙаллы эҙләй.
Юғалған көндә Наталья ҡара толстовка һәм зәңгәр джинсы кейгән булған. Ҡыҙҙың ҡайҙалығын белгән кешеләрҙән 79146794123 (Олег) телефоны буйынса туғаны менән бәйләнешкә сығыуҙарын һорайҙар.
Фото: Т. Аманов