

ЮХХДИ-ның айырым батальон инспекторҙары "Өфө-Ырымбур" трассаһында "ВАЗ-2114" машинаһын туҡтата. Документтарҙы тикшергәндә 26 йәшлек егеттең бер ҡасан да водитель таныҡлығын алмауы, шул уҡ ваҡытта автомобилгә 99 штраф һалыныуы асыҡланған (дөйөм суммаһы - 83500 һум). Штрафтарҙың береһе лә түләнмәгән. Суд приставтары автомобилде махсус туҡталҡаға оҙатҡан, ә материалдар судҡа ебәрелгән.
Фото: БР ЮХХДИ.