Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Июнь 2022, 05:36

Учалы районында янғын ирҙең ғүмерен өҙгән

Бөгөн төндә Учалы районында янғын теркәлгән: Миндәк ауылының Билалов урамында шәхси йорт янып киткән. Ваҡиға урынына тиҙ арала янғын һүндереүселәр килеп етә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғынды һүндергәндә 1961 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылған. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Учалы районында янғын ирҙең ғүмерен өҙгәнУчалы районында янғын ирҙең ғүмерен өҙгән
Учалы районында янғын ирҙең ғүмерен өҙгән

Янғын сәбәптәре асыҡлана.

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырабыҙ:

- бинала тәмәке тартмағыҙ;

- боҙоҡ электр сымдарын тотонмағыҙ, бер розеткаға ҙур ҡеүәтле бер нисә электр приборын тоташтырмағыҙ, заводта эшләнгән электр ҡорамалдары менән генә файҙаланығыҙ;

- өйҙән сыҡҡанда электр приборҙарын, газ плитәләрен, утты һүндерегеҙ.

Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: goskomitetrb

Учалы районында янғын ирҙең ғүмерен өҙгән
Учалы районында янғын ирҙең ғүмерен өҙгән
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас