Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Июнь 2022, 09:47

Стәрлетамаҡта сүп-сар ташыусы машиналар етештерелә

Рәсәйҙең нефть промыслаһы өлкәһендә машиналар төҙөү буйынса бына 80 йыл дауамында лидер булған "Ҡыҙыл пролетарий" үҙенең төп продукцияһынан тыш сүп-сар ташыусы техникаһы менән билдәле. КамАЗ нигеҙендәге был машина Башҡортостанда беренсегә эшләнгән.   

Стәрлетамаҡта сүп-сар ташыусы машиналар етештереләСтәрлетамаҡта сүп-сар ташыусы машиналар етештерелә
Стәрлетамаҡта сүп-сар ташыусы машиналар етештерелә

Уның бункеры арт яҡтан тултырыла һәм бушатыла. Механик йәки ҡул менән тейәлгән сүп-сар махсус пресс ярҙамында тығыҙайтыла. 
Был машина һәм КамАЗ шассиһында йыйылған насос-транспорт агрегаты инвестициялар программаһы нигеҙендә сит ил партнерҙары - Ҡытайҙың "ELEM HI-TECH CORPORATION" компанияһы һәм Автрияның "MUT" фирмаһы ярҙамында йыйыла.

Әйтергә кәрәк, "Ҡыҙыл пролетарий" акционер йәмғиәте төп эшендә нефть промыслаһынан тыш, сәнәғәттең төрлө өлкәһендә ҡулланылған стандарт булмаған ҡоролмалар етештерә.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас