

Әле был 35 процент эсенә ЮХХДИ күҙәтеүенән ситтә ҡалған парк, скверҙар инмәгән.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәлдәренә самокаттар буйынса ла пункт өҫтәләсәк. Тик уны тиҙ генә үҙгәртә алмайҙар.
Рәсәйҙә быйыл биш айҙа ғына электр самокаты, монотәгәрмәс, сигвейҙар ҡатнашлығында 158 ДТП теркәлгән. Бер кеше үлгән, 164-е йәрәхәтләнгән. Йәйге айҙарҙа һәләкәттәр айырыуса йышая. Июндә ике кеше үлгән (Мәскәүҙә), балаларҙың да (Мәскәүҙә һәм Ижевскиҙа) ныҡ ҡазаланыуы теркәлгән.
РФ Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет (СПЧ) башлығы Валерий Фадеев фекеренсә, авариялар булып торһа ла, әлегә проблеманы (йәғни самокат менән бәрелешеү проблемаһын) хәл итеп булмай. Нимәһе аптырата: күп электросамокаттың ауырлығы 14 – 16 кг һәм двигателенең ҡеүәте мопедтыҡы кеүек, ә ундайҙарға тротуарҙан йөрөү тыйыла.
Электр самокатын ҡулланыу тыйылмаясаҡ, әммә йөрөтөүҙең тиҙлеген кәметеүҙе талап итергә мөмкин. 18 йәше тулмағандарға самокатта йөрөүҙе тыйыу тураһында ла һүҙ бара.
Фото: ИЗВЕСТИЯ