

199 бала 8 - 28 июндә «Зеленые дубки» лагерында йәшәне. Бөгөн улар Өфөнөң тимер юл вокзалынан ҡайтыр юлға сыҡты.
Министр Айбулат Хажин әйтеүенсә, беҙҙең республика уларҙы тағы ла ҡолас йәйеп ҡаршыларға әҙер.
- Иҫән-имен ҡайтып етегеҙ. Һеҙҙең бала сағығыҙ тыныс, бәхетле булыуын теләйем, - тине ведомство башлығы.
Красный Лучтағы 20-се мәктәп уҡытыусыһы Анна Грибоедова һәммәһе исеменән дә рәхмәт белдерҙе. Улар өсөн каникул һиҙелмәй ҙә үтеп киткән, тәьҫораттарға бай булған. Беҙҙең ҡунаҡсыллыҡ һоҡландырған.
Фото: "Башинформ"