

Һайлау комиссияһы рәйесе итеп яңы мөҙҙәткә Илона Макаренко һайланды. Уның урынбаҫары Марат Ғәҙелов менән комиссия секретары Марина Долматова ла вазифаларында ҡалды. Шулай итеп, урындағы ЦИК етәкселегендә үҙгәреш юҡ.
БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙан яңы составҡа Руслан Бикмәтов, Елена Ғәлиәкбәрова, Игорь Ермолаев, Таһир Закиров һәм Вадим Садиҡов инде. Башҡортостан Башлығы указы менән БР Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы итеп Ләйсән Ғарипова, Иван Мосунов, Руслан Ямалетдинов, Александр Яшинов тәғәйенләнде.
Комиссияла алты партия вәкиле бар. Улар "Берҙәм Рәсәй", КПРФ, ЛДПР, "Ғәҙел Рәсәй", "Яңы кешеләр", "Йәшелдәр".
Был составтың мөҙҙәте - биш йыл.