

Ике ҡатын өсөнсөһөн туҡмаған. Шул уҡ ваҡытта бер ыңғай телефонға ла яҙҙырғандар. BashDTP телеграм-каналындағы видеояҙманы тыныс ҡына ҡарап булмай.
Ҡатындар тамам шашҡан. Ҡыҙҙы типкеләйҙәр, кейемен йыртып, һыпырып төшөргәндәр... Башына тибәләр, ҡайыш менән йөҙөнә һуғалар. Ике сумаҙан кейемен сүп-сар контейнерына бәргәндәр икән.
Туҡмалған ҡыҙ ярҙам һорап саҡырған. Тауышҡа ирҙәр килһә, теге ике ҡатын уларға ла ташланған. Туҡмап-туҡмап, өйҙәренә инеп киткәс кенә полиция килгән һәм ерҙә аунап ятҡан ҡыҙҙы алып киткән. Әле тикшереү бара. Яҡынса һығымталар буйынса был өс ҡатын-ҡыҙ араһында ғауға ҡупҡан.
Фото:стоп-кадр видео БашДТП, Telegram