Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июнь 2022, 05:11

Радий Хәбиров: “Барығыҙҙы ла Йәштәр көнө менән ҡотлайым!”

Башҡортостанда Йәштәр көнөнә арналған төп саралар кисә билдәләнде. Өфөләге тантаналарҙа БР Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Һәм барлыҡ йәштәребеҙгә ҡотлауын еткерҙе.

Радий Хәбиров: “Барығыҙҙы ла Йәштәр көнө менән ҡотлайым!”Радий Хәбиров: “Барығыҙҙы ла Йәштәр көнө менән ҡотлайым!”
Радий Хәбиров: “Барығыҙҙы ла Йәштәр көнө менән ҡотлайым!”

“Беҙҙең республика – бик йәш, ә беҙҙең йәштәр – иң шәптәре. Һеҙ яҡшы уҡыйһығыҙ һәм профессионалдарға әйләнәһегеҙ. Тап һеҙ фәндә мөһим аҙымдар яһайһығыҙ, спорт аренаһында илебеҙ намыҫын яҡлайһығыҙ, Донбаста, бөтә илдән меңләгән йәш егеттәр кеүек үк, нацизмға ҡаршы көрәшәһегеҙ. Бының өсөн һеҙгә рәхмәт.

Республикабыҙҙа бик күп көслө һәм сағыу кешеләр тыуған, уларҙан беҙ өлгө алырға тейеш. Һеҙҙең бер ҡасан да өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмауығыҙҙы теләйем.

Вениамин Кавериндың “Ике капитан” романында яҡташыбыҙ, поляр штурман Валериан Альбанов геройҙарҙың береһенең прообразы булып тора. Был әҫәрҙең девизы – “Көрәшергә һәм эҙләргә, табырға һәм бирешмәҫкә”. Һеҙгә шуларҙы теләйем. Икенсе яҡташыбыҙ – Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың девизын да хәтергә төшөрөгөҙ: “Салауат вариҫтары сигенә белмәй”.

Байрам менән! Бәхет һәм һаулыҡ һеҙгә, балалар!” – тине Радий Хәбиров.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас