Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июнь 2022, 08:20

Музей асыуға ҙур ғилми делегация киләсәк

"9 июлдә «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексын асыу тантанаһы була",- тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн уҙған оператив кәңәшмәлә. 

Музей асыуға ҙур ғилми делегация киләсәкМузей асыуға ҙур ғилми делегация киләсәк
Музей асыуға ҙур ғилми делегация киләсәк

 Был - Рәсәйҙә палеолит осорондағы берҙән-бер ҡая сәнғәте музейы. Музей комплексының экспозицияһы ете тематик блоктан тора. Францияның Монтиньяк ҡалаһында мәмерйәләге ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙең күсермәһе иң сағыу экспонаттарҙың береһе булып тора.

«Беҙ Рәсәй Фәндәр академияһы президенты һәм ҙур ғилми делегацияның килеүен көтәбеҙ. Музей комплексында ике ҙур ғилми конференция уҙғарырбыҙ», - тине Радий Хәбиров.

 

Фото: Башинформ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас