

Салауат районының Мөрсәлим ауылында йәшәгән ир ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратҡан. Йорттағы мөгәрәпкә йылан төшкән. Ир кеше уны үҙаллы сығарырға батырсылыҡ итмәгән һәм белгестәрҙе саҡыртҡан. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре йыланды тота алған. Уны торлаҡ йорттарҙан алыҫтараҡ алып киткән һәм урман һыҙатында ҡалдырған.
– Йыланға юлыҡҡанда тыныс булырға, киҫкен хәрәкәттәр яһамаҫҡа, уны ҡурҡытмаҫҡа һәм тоторға, таяҡ йәки ҡул менән теймәҫкә кәрәк. Әгәр «112» номеры буйынса шылтыратһағыҙ, һеҙгә ҡотҡарыусылар килеп, йыланға йәшәгән мөхитенә кире ҡайтарырға ярҙам итәсәк, – тип хәбәр итәләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Фото: Т. Аманов