Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июнь 2022, 08:47

Ҡайҙа полилингваль мәктәптәр асыласаҡ?

Быйыл Хәйбулла районының  Аҡъяр ауылында һәм Учалы ҡалаһында полилингваль мәктәптәр асыу күҙаллана.

Ҡайҙа полилингваль мәктәптәр асыласаҡ?Ҡайҙа полилингваль мәктәптәр асыласаҡ?
Ҡайҙа полилингваль мәктәптәр асыласаҡ?

 Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең ЦУР-ҙағы оператив кәңәшмәлә мәғариф министры Айбулат Хажин хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, бынан тыш Мишкә ауылында полилингваль гимназия төҙөү буйынса эш алып барыла. Мәғариф министрлығы был мәсьәлә өҫтөндә эшләй башлаған да инде. 2022 йылда белем биреү учреждениеһы бинаһын капиталь ремонтлауға 84 миллион һум бүленәсәк, ә киләһе йылда, проект тамамланғас, 250 урынлыҡ төкәтмә төҙөү планлаштырыла. Шулай итеп, республикала мари теле һәм этномәҙәни компоненты менән полилингваль мәктәп барлыҡҡа киләсәк.

Бишбүләк районындағы 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенә капиталь ремонт үткәргәндән һуң, бында сыуаш этномәҙәни компоненты менән полилингваль мәктәпкә төкөтмә һәм йоҡо корпусы төҙөү планлаштырыла. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан аҡса бүленәсәк.

 Асҡын ауылында балалар баҡсаһы һәм интернаты менән 240 урынлыҡ полилингваль мәктәпте проектлау башлана. Төҙөлөш 2024 йылға билдәләнгән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала полилингваль мәктәптәрҙең үҙенсәлеген билдәләне. Уларҙың профиле төбәктең күп милләтле характерын сағылдыра. Быға инглиз телен өйрәнеү һәм мөмкин булғанса икенсе сит телде өйрәнеү өҫтәлә. Быларҙың барыһы ла шәхесте күп яҡлы формалаштырыуға булышлыҡ итергә тейеш.

«Был белем усаҡтары республикабыҙҙың күп милләтле элитаһын формалаштырыуға булышлыҡ итергә тейеш», - тинеРадий Хәбиров.

 

Фото: 

 

spb.mk.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас