Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Июнь 2022, 16:46

Юл фажиғәләре - 23 июнь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында ун өс автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ике кеше һәләк булған, ун биш кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Бер тәүлектә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1700-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 37 эскән водитель тотолған.

Юл фажиғәләре - 23 июньЮл фажиғәләре - 23 июнь
Юл фажиғәләре - 23 июнь

Саҡмағош районында Өфөнән 49 йәшлек ир "Mitsubishi Canter" манипуляторында юлда торған "Freightliner Coronado" йөк машинаһына барып бәрелгән. Ауыр йәрәхәтләнгән водитель "Тиҙ ярҙам" машинаһында йән биргән.

Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Ял көндәре алдынан Иглин, Илеш һәм Белорет райондарында водителдәрҙе тикшереү ойошторолдо.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас