Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Июнь 2022, 06:10

Тарих шаңдауы: 1945 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙә Еңеү парады үтә

Был көндө нацист байраҡтары һәм штандарттары ташлана. Әйткәндәй, көн торошо бик ямғырлы була.

Тарих шаңдауы: 1945 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙә Еңеү парады үтәТарих шаңдауы: 1945 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙә Еңеү парады үтә
Тарих шаңдауы: 1945 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙә Еңеү парады үтә

Баш ҡаланың Ҡыҙыл Майҙанындағы тарихи парадты Советтар Союзы Маршалы Георгий Жуков ҡабул итә. Командиры – шулай уҡ Советтар Союзы Маршалы Константин Рокоссовский. Күптәр көткән, илебеҙҙең ҡанлы дүрт йылының һөҙөмтәһе булған Еңеү көнө уңайынан уҙа был парад.

Ошо ваҡиғаға Берлиндың Рейхстагына ҡаҙалған Еңеү байрағы махсус килтерелә. Тик, сығанаҡтар яҙыуынса, уны тантаналы рәүештә алып сыҡмайҙар. Ә дошман байраҡтарын ташлау церемонияһы парадтың кульминацияһына әүерелә.

Был ҙур сарала 35 325 кеше ҡатнаша: 24 маршал, 249 генерал, 2 536 офицер (кесе лейтенанттан полковникка тиклем), 31 116 сержант һәм һалдат. 1 850 берәмек техника йәлеп ителә.

Нимәһе ҡыҙыҡ: совет осоронда Еңеү Парады юбилей йылдарында ғына уҙғарылған (1965, 1985, 1990 йй.). Хәҙер иһә – һәр йыл. Пандемия ваҡытында ветерандар өсөн шәхси парад та ойошторолдо.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас