Бөтә яңылыҡтар

Йәйәү йөрөмәҫбеҙ

Баш ҡалабыҙ ҙурая, уның яҡын-тирәһендә яңы биҫтәләр ҙә барлыҡҡа килә. Халыҡ өсөн барыһы ла эшләнә, шул иҫәптән йәмәғәт транспорты ла алына.

Йәйәү йөрөмәҫбеҙ
Йәйәү йөрөмәҫбеҙ

БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы яңы биҫтәләргә пассажир ташыуҙы ойоштороу маҡсатында ҙур класлы 63 автобус алыуға заказ биргән. Контракттың башланғыс хаҡы - бер млрд һумға яҡын. 

Һатып алыу ғаризаһына ярашлы, автобустар яңы (2022 йылда сыҡҡан), 30 - 35 ултырғыслы һәм 82 пассажир һыйҙырышлы, кондиционерлы, ГЛОНАСС системалы, аҡ (асыҡ) төҫтә булырға тейеш.

Фото: "Башинформ".

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в