Бөтә яңылыҡтар

Уларҙың өлгөһөнә һеҙ ҙә эйәрегеҙ!

" Айыҡ ауыл-2021" конкурсында кемдәр еңде?

Уларҙың өлгөһөнә һеҙ ҙә эйәрегеҙ!
Уларҙың өлгөһөнә һеҙ ҙә эйәрегеҙ!

 

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Айыҡ ауыл −2021» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Ижтимағи-сәйәси йәһәттән әһәмиәтле проекттың маҡсаты – кешеләрҙең күңелендә үҙенең һәм яҡындарының сәләмәтлегенә ҡарата иғтибар тыуҙырыу, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, ауылдарҙа эскелеккә ҡаршы көрәш ойоштороу, аңлатыу эштәре алып барыу .

Быйыл республикабыҙ ауылдарында йәшәүселәрҙең рухи- әхлаҡи сәләмәтлеген тергеҙеүгә йүнәлтелгән бәйгелә бөтәһе 1537 ауыл ҡатнашҡан.

Унда еңеү өсөн төп критерийҙар – тыуым һәм үлем күрһәткестәре, иҫәптә торған ғаиләләр һаны, алкоголле эсемлектәр һатыуҙан баш тартҡан магазиндар һәм башҡалар   .

 Йылдағыса еңеүселәр  «Бәләкәй ауылдар», «Уртаса ауылдар», «Ҙур ауылдар» , «Эре ауылдар» категориялары  буйынса өсәр урын менән билдәләнде.

Йомғаҡлау сараһының тәүге өлөшөндә  ауыл , район хакимиәте башлыҡтары, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, РФ Дәүләт Думаһы депутаттары ҡатнашлығында  ауыл биләмәләрендә эшҡыуарлыҡты үҫтереү юлдары мөмкинлектәре, айыҡ ауылдың идеаль образын билдәләү темаларына арнаған «түңәрәк өҫтәл»дәр, стратегия сессиялары үтте.

Урында «Тамыр» балалар телеканалының күсмә студияһы ла эшләне. Сарала балалар һәм үҫмерҙәр араһында сәләмәт йәшәү рәүеше идеяларын алға этәреүҙе, зарарлы ғәҙәттәрҙе иҫкәртеүҙе, балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең ижади һәләттәрен асыҡлауҙы һәм үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған"Ныҡ бул" асыҡ медиа-конкурсының финалы уҙғарылды.

  Билдәле булыуынса, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторған «Айыҡ ауыл» конкурсы тәүге тапҡыр 2011 йылда үткәрелгәйне. Хәҙер ул республика ауылдарын күберәк йәлеп итеп, популяр бәйгегә әүерелде. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡарары буйынса, конкурстың бүләк фонды 40 миллион һумға тиклем арттырылды. Бынан тыш, финалға үтеүселәрҙе бүләкләү өсөн шәхси бүләк фондтары булдырылды.

Быйыл конкурстың 12 еңеүсеһе раҫланды. Положениеға ярашлы, еңеүселәр халыҡ иҫәбенә ҡарап бүленгән номинациялар буйынса билдәләнде. Бына улар:

«Эре тораҡ пункттар»

I урын – Бөрйән районы, Әбделмәмбәт ауылы;
II урын – Ауырғазы районы, Мораҙым ауылы;
III урын – Көйөргәҙе районы, Яҡшымбәт ауылы.

«Ҙур тораҡ пункттар»

I урын – Тәтешле районы, Түбәнге Балтас ауылы;
II урын – Асҡын районы, Солтанбәк ауылы;
III урын – Иглин районы, Түбәнге Ләмәҙ ауылы

«Уртаса ҙурлыҡтағы тораҡ пункттар»

I урын – Хәйбулла районы, Бәләкәй Арыҫланғол ауылы;
II урын – Шаран районы, Йәрәмкә ауылы;
III урын – Мәсетле районы, Яңы Мишәр ауылы

«Бәләкәй тораҡ пункттар»

I урын – Йылайыр район, Сәләх ауылы;
II урын – Күгәрсен районы, Сәлих ауылы;
III урын – Стәрлетамаҡ районы, Кантүк ауылы.

Улар 1,5 – 6 миллион һумлыҡ сертификаттар менән бүләкләнде.

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас в