Бөтә яңылыҡтар

Өфө мэры юлдарҙағы яңылыҡ менән таныштыра

Баш ҡала юлдарында мөһим билдәләр һалыу эше дауам итә. Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев билдә төҫө тураһында һөйләне.

Өфө мэры юлдарҙағы яңылыҡ менән таныштыра
Өфө мэры юлдарҙағы яңылыҡ менән таныштыра

Пушкин урамында юл уртаһына һары төҫтәге ике тотош һыҙыҡ һыҙылған. "Башҡа ҡалалар тәжрибәһе күрһәтеүенсә, һары төҫ водителдәргә иғтибарын тупларға нығыраҡ ярҙам итә, шуның менән юл хәүефһеҙлеге кимәлен күтәрә. Ҡарап тороуға ла ҡыҙыҡ күренә", - тип яҙған мэр социаль селтәрҙә.

Һеҙгә нисек? Әйткәндәй Ратмир Мавлиев (vk.com) сәхифәһендә һораулама ла бар.

Фото: Ратмир Мавлиев (vk.com)

Өфө мэры юлдарҙағы яңылыҡ менән таныштыра
Өфө мэры юлдарҙағы яңылыҡ менән таныштыра
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в