Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә 17 йәшлек уҡыусы кеше талаусыны тоторға ярҙам иткән

50 йәшлек ир Октябрь проспектындағы сауҙа үҙәге янында наушниктар аша музыка тыңлап торғанда, янына билдәһеҙ ир килгән дә, ниндәй йырҙы тыңлағаны менән ҡыҙыҡһынған булып, бер наушнигын һораған. Ә наушник ҡулына эләгеү менән ирҙең телефонын тартып алып ҡасҡан. Енәйәтсе алыҫ ҡасып өлгөрмәгән, сөнки 17 йәшлек Матвей Вежнин ҡамасаулаған: егет уны эҙәрлекләй башлаған, шаһиттар бер үк ваҡытта полицияға шылтыратҡан.

Өфөлә 17 йәшлек уҡыусы кеше талаусыны тоторға ярҙам иткән
Өфөлә 17 йәшлек уҡыусы кеше талаусыны тоторға ярҙам иткән

Егеттең уяулығы, ҡыйыулығы кеше талаусыны тоторға ярҙам иткән. Әлеге ваҡытта үҫмерҙе дәртләндереү мәсьәләһе хәл ителә.

Енәйәтсе - Өфө районында йәшәгән 32 йәшлек ир. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото: Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в