Бөтә яңылыҡтар

Һеҙҙең районда йәки ҡалала ташбаҡалар йәшәйме?

Ә бына Ейәнсурала Ҡыҙыл китапҡа индерелгән һөйрәлеүсегә тап булғандар. Ул юл аша сығып барған булған, саҡ-саҡ тәгәрмәс аҫтына ҡалмаған.  Әле был ташбаҡаны ауылда, айырым кәртәләнгән урында аҫрайҙар.

Һеҙҙең районда йәки ҡалала ташбаҡалар йәшәйме?
Һеҙҙең районда йәки ҡалала ташбаҡалар йәшәйме?


 

Белешмә:
Һаҙ ташбаҡаһы Европаның бар ерендә (ҡотоп өлкәһенән тыш) һәм Урта Азияла йәшәй. Ул ҡайһы берендә Башҡортостанда ла осрай.

Тереклек ареалы - урман, дала һәм тау битләүҙәре. Ҡайһы берендә ауыл-ҡалаларҙа ла осрай. Бейеклеге 1400 метрға еткән тауҙарға үрмәләй ала, Марокко илендә 1700 метрлыҡ тауҙарҙа ла осраған. 

Ташбаҡа һаҙмат күл-быуаларҙы, тыныс аҡҡан йылғаларҙы һәм һаҙлыҡтарҙы үҙ итә. Һыуҙа шәп һәм оҙаҡ йөҙә ала, балыҡ-тәлмәрйендәрҙе аулай.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас в