Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Июнь 2022, 06:32

Башҡортостандың Кеше хоҡуҡтары буйынса советы етәксеһе тәғәйенләнде

Был хаҡтағы указға республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.  

Башҡортостандың Кеше хоҡуҡтары буйынса советы етәксеһе тәғәйенләндеБашҡортостандың Кеше хоҡуҡтары буйынса советы етәксеһе тәғәйенләнде
Башҡортостандың Кеше хоҡуҡтары буйынса советы етәксеһе тәғәйенләнде

Зөлфиә Ғайсина Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү советы рәйесе итеп тәғәйенләнде. Флүр Нурлығаянов — рәйес урынбаҫары, Владимир Савичев яуаплы секретарь.

Бынан тыш, Совет ағзаларының шәхси составы яңыртылды. Уға юристар, журналистар, ғалимдар, экологтар, йәнлектәрҙе яҡлаусылар, әүҙемселәр, ижади интеллигенция һәм бизнес ойошмалары, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе, профсоюз хәрәкәте вәкилдәре, дин әһелдәре инде. Советта барлығы 36 кеше.

Исемлек ошонда: УГ-430.pdf (glavarb.ru)

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас