Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Июня 2022, 04:54

Ҡайҙалыр боҙ яуған...

Кисә кис Баймаҡ районында көн торошо бик боҙолған, тиҙәр.

Ҡайҙалыр боҙ яуған...Ҡайҙалыр боҙ яуған...
Ҡайҙалыр боҙ яуған...

Ҡапыл ғына йәшенле ямғыр, боҙ-борсаҡ яуа башлаған. Хатта боҙҙоң ҙурлығы аптыратҡан.

Йәшендең дә бик көслө булыуын әйтәләр.

"Башинформ" агентлығына Әхмәр ауылынан Гөлнара Айытбаева хәбәр итеүенсә, ундай йәшенде хәтерләмәйҙәр ҙә икән.

Ә һеҙҙең яҡтарға йәй еттеме әле?

Фото:"Башинформ".

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас