Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Июнь 2022, 04:53

Юл ваҡытлыса ябыла

Бөгөн Өфөлә көндөҙгө сәғәт 12-нән 4-кә тиклем ҡайһы бер юлда хәрәкәт сикләнәсәк.

Юл ваҡытлыса ябылаЮл ваҡытлыса ябыла
Юл ваҡытлыса ябыла

Баш ҡаланың Вокзал урамының һул һыҙаты бер аҙға ябыла. Теүәлерәк әйткәндә, Карл Маркс урамынан Вокзал урамының 39-сы йортона тиклемге арауыҡ ябыла.

Был юлда көндөҙгө 2-нән 3-кә тиклем йөк машиналарына йөрөү тулыһынса тыйыла.

Сикләүҙәр Хәтер һәм ҡайғы көнө уңайынан индерелә. Тимер юл вокзалы янында һәйкәл бар.

Өфө ҡалаһы хакимиәте уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенә.

Фото: vk.com

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас