Ишеткәнһегеҙҙер, Башҡортостанда Шайморатов исемендәге батальон төҙөлә. Әлеге автоуҙыш тап ошо эшкә хуплау белдереп уҙғарылған. Һигеҙ автомобиль Иглин ауылының Еңеү паркынан Һабантуй яланынаса барған. Акцияла ҡатнашыусылар араһында урындағы хакимиәт вәкилдәре, депутаттар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, эшҡыуарҙар, район кешеләре булған.
Һабантуйҙа уларҙы ҡунаҡтар һәм район хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова ҡаршы алған.
Шайморатов батальоны Донбасҡа китергә әҙерләнә.
Фото: Иглин районы хакимиәтенән.