Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Июнь 2022, 04:41

Сауҙа үҙәгендә бер үҫмер һәләк булған

Фажиғә Өфөләге "Мега" сауҙа үҙәгендә була. 

Сауҙа үҙәгендә бер үҫмер һәләк булғанСауҙа үҙәгендә бер үҫмер һәләк булған
Сауҙа үҙәгендә бер үҫмер һәләк булған

14 йәшлек малайға ҡапыл насар булып китә. Табип саҡырталар. Улар килгәс тә, баланы ҡотҡарырға тырыша, әммә һуң була инде...

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса фуд-кордта үлгән үҫмер газ менән ағыуланған. Унда зажигалканы тултыра торған газ баллонсығы тапҡандар. 

Әйткәндәй, малайҙың балалар йортонда йәшәүе асыҡланған. Әле БР Тәфтиш комитеты тикшереү алып бара, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы.

Фото: СК по РБ.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас