

Өфөлә 32 йәшлек ир 7 йәшлек ҡыҙға ҡарата аҙғынлыҡ ҡылған. Был хаҡта «Башинформ» хәбәр итә.
Был хәл 18 июндә кисен була. Билдәле булыуынса ир таныш ҡатынға ҡунаҡҡа килә. Уны ҡатындың әсәһе ҡаршы ала һәм ҡыҙының өйҙә булмауын әйтә. Килгән ҡунаҡҡа уны фатирҙа көтөргә тәҡдим итә. Енәйәтсе фатирҙа 7 йәшлек ҡыҙҙың бүлмәһенә инә. Ир ҡыҙыҡайға уны сығып китте тип алдарға ҡуша. Ҡыҙ бала шулай эшләй ҙә.
Өләсәй кеше йоҡларға ята. Тик иртәнге сәғәт 7-лә пенсионер ҡатын ейәнсәренең бүлмәһенә инеп ирҙең ейәнсәре менән ятыуын күрә. Пенсионер енәйәтсене ҡыуып сығарған һәм был турала баланың атаһына һөйләгән. Полиция ғәйепләнеүсене ҡулға алған. Ул үҙ ғәйебен таныған.
Билдәле булыуынса, ҡыҙыҡай насар ғаиләлә йәшәй - әсәһе эсә.
Фото: Т. Аманов