Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Июня 2022, 06:00

Июлдә көн торошо нисек буласаҡ?

Йәмәғәт, июндең үҙенсәлеген күреп тораһығыҙ. Уның барлы-юҡлы ун көнө ҡалды, ә йылыһы менән йүнле ҡыуандырғаны юҡ әле. Алда - июль. Ғәҙәттә, беҙҙә ул эҫе генә була торғайны. Ә быйыл?.. 

Июлдә көн торошо нисек буласаҡ?Июлдә көн торошо нисек буласаҡ?
Июлдә көн торошо нисек буласаҡ?

Көтмәгеҙ, эҫе булмаясаҡ. Йылытһа ярай әле. Рәсәй Гидрометүҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд әфәнде бик ҡыҙыҡлы фараздарын еткерә. 

Белгес әйтеүенсә, 2021 йылғы йәй уңайлы ғына булды. Йәғни, йәйсә эҫе. Ҡоролоғо ла йонсотто инде. Уны онотҡан, буғай.

Тик һәр йыл һайын бер төрлө булып тормай шул. "Быйыл былтырғы кеүек булмаясаҡ. Ныҡ үҙгәрешле көндәр күҙаллана. Бер һыуыҡ, бер эҫе", - тигән Вильфанд. 

Ҡалаларҙа эҫе булһа, ул самаһыҙ ҡыҙҙырасаҡ. Һаҡланығыҙ, ти эксперт.

Бәғзе бер метеорологтарға ышанһаҡ, июль Ырымбур, Сахалин, Ҡурған, Свердловск, Силәбе өлкәләрендә, Башҡортостанда аномаль һалҡын буласаҡ. Шулай уҡ Волга буйының башҡа төбәктәрендә, үҙәк Рәсәйҙә, төньяҡ-көнбайышта ла йәйге йылы әҙ генә ҡыуандырыр. Уның ҡарауы, Себерҙә эҫе ҡурасаҡ. Үәт, бит әй!

Шуныһы бар: көн торошо тураһында теүәл фаразды яҡынса биш-алты ғына көн алдан әйтеп була.

Фото: ТАСС.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас