

Американың коммерция телеканалына Песковтың интервьюһы бер сәғәт самаһы барған, ә эфирға бер нисә минутлығын ғына сығарғандар. Матбуғат секретары Украиналағы наемниктар тураһында ла һөйләгән. Ишеттегеҙме икән, унда Американан килгән хәрбиҙәр беҙҙекеләргә әсирлеккә эләккән.
ДНР-ҙа быға тиклем өс әсирҙе үлем язаһына хөкөм иткәндәр. Яза әле үтәлмәгән, буғай. Песков әйтеүенсә, "барыһын да тикшереү хәл итәсәк".
Эйе, көрсөктөң оҙаҡҡа һуҙылыуы насар. Һәр яҡ өсөн дә..