Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Июнь 2022, 10:06

Президент грантына “Башҡорт халыҡ кейеме” милли кейем каталогы төҙөлә

Республика халыҡ ижады үҙәгенең был проекты федераль кимәлдә ярҙам аласаҡ, тип хәбәр итәләр Мәҙәниәт министрлығынан.

Президент грантына “Башҡорт халыҡ кейеме” милли кейем каталогы төҙөләПрезидент грантына “Башҡорт халыҡ кейеме” милли кейем каталогы төҙөлә
Президент грантына “Башҡорт халыҡ кейеме” милли кейем каталогы төҙөлә

Үҙәк директоры Артур Алибаков әйтеүенсә, БР Башлығы Радий Хәбиров һәм Мәҙәниәт министрлығы булышлығы менән ике йыл элек “Тамға” халыҡ-ара конкурсы үткәрелә башлаған. Бында башҡорт милли костюмы тегеү оҫталары ҡатнаша. Ул төрлө номинациянан тора.

Милли кейем теккәндә иң мөһиме – тарихи дөрөҫлөктән тайпылмау. Өҫтәүенә, кейемдәрҙең төбәк үҙенсәлектәре лә бар. Мәҫәлән, Дим башҡорттарының кейеме көньяҡ башҡорттарҙыҡынан айырыла, Силәбе башҡорттарыныҡы ла башҡасараҡ. Ана шул күп төрлөлөктө һаҡларға кәрәк. Милли кейем каталогы тап ошо маҡсаттан сығып төҙөләсәк тә.

Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас