

Башгидрометүҙәк синоптиктары фараздары буйынса, бөгөн ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, боҙ-борсаҡ яуыуы һәм йәшен булыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә республика буйынса – 9–14, көндөҙ 17–22 градусҡаса йылыта.
Шаршамбы, 22 июндә, Башҡортостанда урыны менән йәнә ҡыҫҡа ваҡытлы яуым-төшөм көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, талғын. Төндә термометр бағанаһы – 8-13, көндөҙ 21–26 градус йылы.
Фото: Т. Аманов