Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Июнь 2022, 13:00

Бындай никахты уҡытыу тыйыла

Енси яҡынлыҡ өсөн генә ваҡытлыса никах уҡытҡан парҙар хаҡында ишеткәнебеҙ бар. Бындай осраҡта никах дөрөҫ һаналмай.

Бындай никахты уҡытыу тыйылаБындай никахты уҡытыу тыйыла
Бындай никахты уҡытыу тыйыла

Ғәли исемле сәхәбә исеменән бындай һүҙҙәр риүәйәт ителә. Ул: «Рәсүлебеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм ваҡытлыса никахтан тыйҙы», – тигән. Кешеләр быны белә тороп та шулай эшләһәләр, дин буйынса зина ҡылыусы булып һаналалар. Бындай никахты уҡытыу тыйыла.

Сөнки ғаилә никахтан башлана. Ә уның маҡсаты – ғаилә ҡороп, мәңгелек тормошҡа күскәнсе бергә булыу, матур итеп балалар үҫтереү, уларҙы лайыҡлы итеп тәрбиәләү.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас