Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Июнь 2022, 04:10

Туриада күңелле үтте

Илеш районында "Мәғариф" милли проектының бер йүнәлеше - "Һәр баланың уңышы" федераль проекты буйынса туриада ойошторолдо.

Туриада күңелле үттеТуриада күңелле үтте
Туриада күңелле үтте

Балалар ижады үҙәге тарафынан үткәрелгән был сара ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды.

Туриада Ташшишмә ауылы янында булды. Геройҙың бала сағы тап ошонда үткән. Балалар Муса Гәрәетың музейына инде, Ҡыҙыл байраҡ ауылында ауыр тормошло комсомолка Миңнисаның ҡәберендә туҡталды.

Һәр команда маршрут ҡағыҙы алып, шуның буйынса һынауҙарҙы үтте. Палатка ҡороу, арҡан менән төрлө юлдарҙы үтеү, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү, музыкаль туҡталыш - былар барыһы ла йәш туристарға бик оҡшаны. Үҙҙәре лә һынатманы.

Фото: Илеш районы хакимиәтенән.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас