

Һабантуй уртаһында ҡайнаған һәр кемдән айырым нур, ихласлыҡ, йылылыҡ бөркөлә. Шуғалыр ҙа үҙеңде ят бауыр итеп түгел, ә бай тарихлы, юғары мәҙәниле, эшһөйәр халҡыңдың бер осҡоно икәнеңде белеп, яҡташлыҡты тойоп, милләттәштәрең өсөн ғорурланып, кинәнеп, иркен йөрөйһөң. Ғорурлыҡ тойғоһо һабантуй әләмен күтәргән ялан батырҙары Азамат Тимерғәлин, Динислам Билалов, Рәдис Нурғәлин, Заһир Исмаҡовтан башлана ла, ауыл биләмәләре һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының парады мәлендә көсәйә. Бына улар, милләтебеҙҙең йөҙө, илебеҙҙең ныҡлы биле, тип һөйөнәһең.
Аҫҡар ауылы биләмәһендә (биләмә башлығы Ғәни Юлдашев) 14 крәҫтиән-фермер хужалығы уңышлы эшләй. Улар араһында Айнур Юлдашев - йылҡысылыҡ, Вәкил Мырҙағолов малсылыҡ менән шөғөлләнә, Ғаян Кульчиков күп йыллыҡ үләндәр үҫтерә. Әтек ауылы биләмәһенән (биләмә башлығы Әмир Бейембәтов) фермерҙар Альберт Сәлихов, Альберт Баймөхәмәтовтың эше уңышлы бара. Умартасылар Ғәҙәмшиндар, Байморатовтар, атһөйәрҙәр Рәхим, Инсур, Роберт һәм Иҙел Баймөхәмәтовтар, көрәшселәр Әхмәт, Артур, Әсҡәт һәм Ринал Ямғурсиндар ҙа Әтек ауылынан. Байғаҙы ауылы биләмәһендә (биләмә башлығы Азат Мәжитов) 11 шәхси эшҡыуар, 24 пилорама иҫәпләнә! Ниғмәт Мәжитов, Шәрифулла Ҡолһарин, Фаил Бикбулатов, Сәмиғулла Ишмөхәмәтов кеүек фермерҙар үҙ ғүмерен ер менән бәйләгән, ә Фирүзә Сәйфетдинова ҡортсолоҡта уңыш ҡаҙана. Байназар ауылы биләмәһен Фәнис Сәйәхов, Фәһим Хәйбуллин, Фирғәт Хәйбуллин, Кәшәф Шәрипов, Рәмил Латипов, Фидаил Моратшин, Әхтәр Ғәлин, Мәүлит Ҡарасурин, Иштимер Сәйәхов кеүек фермерҙар данлай (биләмә башлығы Айрат Салауатов). Ғәлиәкбәр ауылы биләмәһендә халыҡ данлыҡлы бөрйән ҡортон үрсетеп, ағас эше менән булышып, йылҡылар аҫрап, солоҡсолоҡ менән йәшәй (биләмә башлығы вазифаһын Әминә Байғазина башҡара). Ырғыҙлы ауылы биләмәһендә йәшәгән Динар Зарипов, Кәрим Ғәлин, Илгиз Килдейәров туризмды үҫтереүгә күп көс һала (биләмә башлығы Ильяс Норотҡолов). Кейекбай ауылы биләмәһе вәкилдәре Рөстәм Йомағужин, Рәфил Йомағужин крәҫтиән-фермер хужалығында, шәхси эшҡыуар Луиза Әминова ҡортсолоҡ өлкәһендә тырышып эшләй (биләмә башлығы Садиҡ Сәғитов). Ҡыпсаҡ ауылы биләмәһе фермерҙары Айҙар Билалов, Илдус Билалов, Сәғит Билалов, Кәрим Исҡужин, Илназ Яхин яҙғы баҫыу эштәрен планға ҡарата 100 процент үтәп сыҡҡан (биләмә башлығы Таңсулпан Төлкөбаева). Ҡолғана ауылы биләмәһендә халыҡ күпләп малсылыҡ менән шөғөлләнә. Ғәйетбаевтар, Вәлиевтар, Шәғәлиндар, Килдейәровтар һуңғы йылдарҙа сәсеү майҙанын арттырып, уңышлы эшләй (биләмә башлығы Илшат Ҡолбирҙин). Иҫке Монасип ауылы биләмәһе фермерҙары Фәнил Ҡунафин, Ихсан Ҡунафин, Маргиз Әмирханов 100 гектарға яҡын майҙанда иген һәм мал аҙығы культураларын сәсеүгә өлгәшкән. Шәхси эшҡыуарҙар Зөфәр Көҫәпҡолов, Инсур Хәлитов, Надир Теләүбаев, Зилә Насретдинова, Ихсан Ҡунафин ауыл биләмәһендә үткәрелгән сараларҙың даими бағыусылары (биләмә башлығы Хәбир Йомағолов). Иҫке Собханғол ауылы биләмәһенән Илһам Ейәнбаев, Руслан Ихтисамов, Әбүбәкир Сәйфетдинов, Фазыл Кинйәбаев, Айнур Дәүләтбаев - малсылыҡҡа, йылҡысылыҡҡа ҙур иғтибар бүлеп, уңышлы эшләгән крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының етәкселәре булыр (биләмә башлығы Раян Шахниязов). Тимер ауылы биләмәһендә шәп ете крәҫтиән-фермер хужалығы иҫәпләнә, пайсылар ерҙәрен эшкәртеп, күп йыллыҡ үлән сәскән (биләмә башлығы Фазыл Ҡолдобаев). Ат сабышында ҡатнашыусы ҡыйыу егеттәрҙең, райондың мәргән уҡсыларының (уҡсылар хәрәкәтен Илдар Ишморатов етәкләй), Иҫке Собханғол мәктәбе коллективының (етәксеһе Әхәт Әбдрәхимов) колонналары ла парадҡа айырым йәм өҫтәне.
Парад ҡына түгел, хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләү ҙә һабантуйҙың күрке, матур йолаһы. Ошо йолаға тоғро ҡалып, Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов яҙғы баҫыу эштәрендә уңышҡа өлгәшкән Фәнис Сәйәхов, Айҙар Билалов, Фәһим Хәйбуллин, Фирғәт Хәйбуллин крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына, механизаторҙар Азамат Тимерғәлин, Динислам Билалов, Рәдис Нурғәлин, Заһир Исмаҡовҡа дипломдар, аҡсалата премиялар тапшырҙы. Ауыл хужалығы алдынғылары Мәүлит Ҡарасурин, Илдус Билалов, Айсур Хәйбуллин, Илшат Шаһимәрҙәнов, Наил Латипов, Рифҡәт Тулыбаевты район хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләне. Районда эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә тос өлөш индергән Эльмира Исмәғилева, Фәнүзә Байбурина, Марат Бакиров, Гөлүзә Кәримова, Эльза Исҡужина, Светлана Исҡаҡованың да тырыш хеҙмәте маҡтау ҡағыҙы, рәхмәт хаты менән билдәләнде.
Бүләкләүҙәрҙе милли байрамдың мәртәбәһен арттырып, тыуған яғына ҡайтҡан оло ҡунаҡ - Башҡортостандың мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы етәксеһе Альберт Йәримов дауам итте. Ғүмерен урманды һаҡлауға арнаған Ришат Рәхимйән улы Абдуллинға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы” тигән маҡтаулы исем бирелде. Динислам Билалов, Вадим Исҡужин, Заһир Исмаҡов, Рәдис Нурғәлин, Айрат Салауатов - Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының, Нәсимә Теләүбаева, Миләүшә Алсынбаева, Гөлсинә Ҡарағолова – БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Рәссам-декоратор Гөлсөм Байназароваға БР Мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хаты тапшырылды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәхмәт хаты менән Инсур Үтәбаев, Таңсулпан Төлкөбаева наградланды. Рәхмәт хатын медицина фәндәре докторы, профессор Сәлиә Мырҙабаева тапшырҙы.
Һабантуйҙың иң сағыу өлөшөн – ат сабышын ҡарарға халыҡ эркелеп килде. 2600 метрға бәйгелә беренсе урынды Артур Әбсәләмов яуланы, Илнур Хәмитов икенсе урынды алды, Ислам Баймөхәмәтов өсөнсө килде. 3800 метрға ҡатнаш ҡанлы аттар сапты. Призлы урындарҙы үҙ-ара Марат Шәрәфетдинов, Ильяс Йосопов, Кинйә Собханғолов бүлеште. Өсөнсө бәйгелә (биш саҡрымға) алты ат ҡатнашып, пьедесталдың беренсе баҫҡысына Марат Шәрәфетдинов күтәрелде, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Иҙел Баймөхәмәтов менән Морат Яҡупов алды. Ун саҡрымлыҡ оло бәйгелә Иҙел Баймөхәмәтов Аҡбуҙатта финиш һыҙығын беренсе үтеп, еңеүен тантана итте. Даян Сәғитов - икенсе урынды, Инсур Баймөхәмәтов өсөнсө урынды яуланы. Һәр бәйге көсөргәнешле барҙы, ҡайһы бер аттар финишҡа етәр саҡта ҡапыл ҡарышып, жокейҙы артта ҡалдырҙы, ҡайһы берәүҙәре бөтөнләй әрәмәлеккә инеп китеп, кире сыҡманы... Мәҫәлән, оло бәйгелә өс лидер - Иҙел менән Инсур Баймөхәмәтовтарҙың, Даян Сәғитовтың аттары тәүҙә тиҙлектәрен ташламай, бер нисә саҡрым тиң килде. Һуңынан Баймөхәмәтовтарҙың юртаҡтары алға сыҡты. Йор һүҙле комментатор Шәфҡәт Мәзитов, ағалы-ҡустылы Баймөхәмәтовтар, кем беренсене ала, кем - икенсе урынды, тип һөйләшеп киләләр, тип шаяртты. Әммә майҙанды һуңғы, һигеҙенсе, тапҡыр әйләнгәндә Инсурҙың аты киреләнде лә, сапмаҫ булды ла ҡуйҙы. Мин арыным, башҡа сапмайым, хәлем бөттө, үҙегеҙ сабығыҙ, тигәндәй йән әсеһе менән башын борғолаған, күҙҙәрен алартҡан, ҡолаҡтарын ҡайсылаған атты Инсур саҡ кире юлға төшөрөп алды ла бит, әммә Даян уларҙы үтеп китеп өлгөрҙө...
Милли көрәштә лә ярыш сәмле, ҡыҙыу барҙы. Уҡыусылар һәм өлкәндәр араһында “алтын” батырҙар: Рушан Алтыншин, Ирхан Ғүмәров, Дамир Хәкимов, Вадим Дорофеев, Әсхәт Ямғурсин, Илшат Ғазин. Икенсе урынды яулаусылар: Ренал Ямғурсин, Ираман Вәлиев, Венер Яҡупов, Сыңғыҙ Мусин, Илсур Бейембәтов, Фәнүр Дауытов. Өсөнсө урынды иһә Морат Ҡолмәмбәтов, Илмир Үтәбаев, Данис Хәкимов, Алмас Ғәлиуллин, Ғәлинур Ҡолмәмбәтов, Йәмил Әфләтүнов алды. Абсолют еңеүсе булып “ҡыҙыу нөктә”нән отпускыға ҡайтҡан Ҡурғаш ауылы батыры, отделение командиры Илшат Ғазин танылды. Елле тәкәне елкәһенә йөкмәп алып ҡайтып киткән Илшаттың һабантуйҙан буш ҡул ҡайтҡаны ла юҡ. Милли көрәш буйынса ярыштарҙа алған һарыҡтары бер көтөү булып йөрөһә лә аптырамаҫбыҙ.
Армрестлингта Нургизә Ишмөхәмәтова, Роза Илина, Йондоҙ Юлдашева үҙ ауырлыҡ категорияһында беренсе урынды алды. Ҡул көрәшен тамаша ҡылған ир-егеттәрҙең береһе: “Был көслө ҡыҙҙар менән һис ҡасан бәхәсләшмәүең яҡшы: һуҡты, йыҡты, ғашиҡ итте”, - тип ауыҙ йырҙы.
96 килограмм 500 грамм ауырлыҡтағы Рәхимйән ташын бейеклек аша ырғытыуҙа Иҫке Собханғол баһадиры Динар Билаловҡа етеүсе булманы. Уның һөҙөмтәһе – 151 см. Икенсе урынды 150 см һөҙөмтә менән Әбйәлил батыры Таһир Баймөхәмәтов яуланы. Өфөнән Ришат Ахунов өсөнсө урынға хушһынды (һөҙөмтә 125 см).
Һабантуйҙың һәр күренешенән кинәнес алып, Кейекбай ауылы биләмәһе тирмәһендә һыйланып (хужаларына ҙур рәхмәт!) йөрөгәндә, Күгәрсен районынан килеп буҙа һатҡан Айдан Баев, гәзитегеҙҙе алып уҡыусылар бармы ни, тип һораны бит! Булмай әллә, бик теләп яҙылалар, яратып уҡыйҙар, кемдән һораһағыҙ ҙа, быны раҫлар, тип шул мәлдә яныбыҙҙан үтеп барған беренсе кешене туҡтаттыҡ: “Йәшлек” гәзитен уҡыйһығыҙмы?” Һәм һөйкөмлө ханымдан йөрәккә май кеүек яғылған һүҙҙәрҙе ишеттек: “Уҡыйбыҙ! Яратып уҡыйбыҙ! “Йәшлек”һеҙ йәшәп булмай. Ҡасан шәмбе етә инде, тип һәр һанын көтөп алам!” Тоғро дуҫыбыҙ Зифа Ғабдулхаева булып сыҡты, ул Яуымбай ауылынан, уҡытыусы. Уның кеүек тоғро уҡыусыларыбыҙға мең рәхмәттәр уҡып, һабантуйҙан дәртләнеп, илһамланып ҡайттыҡ. Беҙ ҡайтып киткәс тә, Күҙәмбәт яланы гөрләп тороп ҡалды әле ул: егелеп эшләй ҙә, матур итеп күңел дә аса белә Бөрйән халҡы, афарин!
Фото: автор.